Республикала журналистарҙың «Журфест» фестивале уҙҙы

Республикала журналистарҙың «Журфест» фестивале уҙҙы

Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылында журналистарҙың «Журфест» фестивале уҙҙы. «Журфест» Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен туғыҙынсы тапҡыр бер майҙанда йыйҙы.

Быйыл ул «Үҙ республикаңды бел!» девизы аҫтында ойошторолдо. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мордва ихаталарында милли кейемдәге ҡыҙҙар ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең традицион аш-һыуы, шул иҫәптән талҡан, ҡурмас, ҡорот кеүек боронғо ризыҡтар менән һыйланы.

«Журфест» һабантуй байрамын хәтерләтте. Ҡәләм оҫталары милли ҡуйындарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, физик яҡтан әҙерлек яҡшы кимәлдә булыуын күрһәтте. Майҙанда волейбол, футбол, гер күтәреү, арҡан тартыш ойошторолдо. Тынғыһыҙ һөнәр эйәләре концерт программаһын ҡуйып та, фестивалде музыкаль яҡтан биҙәне.

Әйткәндәй, «Журфест» Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен туғыҙынсы Журналистар йыйыны 2011 йылда ойошторола башлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb