Республикала Сергей Аксаков исемендәге әҙәби конкурс дауам итә

Республикала Сергей Аксаков исемендәге әҙәби конкурс дауам итә

Башҡортостанда  Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премияға эштәр ҡабул итеү дауам итә.

 «С.Т. Аксаков исемендәге әҙәби премия тураһында»ғы положениеға ярашлы бер Премия әҫәрҙәре һәм ижтимағи эшмәкәрлеге «Рәсәй әҙәбиәтенең юғары нәфис һәм рухи-әхлаҡи традицияларына тап килгән, тыуған ергә һәм уның халҡына ҡарата һөйөү идеалдарын раҫлаған һәм бөтә Рәсәйҙә танылыу алған» яҙыусыларға, публицистарға һәм әҙәби тәнҡитселәргә бирелә.

Конкурсҡа эштәрҙе ҡабул итеү ваҡытына тиклем бер йыл алдан айырым китап булып сыҡҡан, матбуғат баҫмаһында баҫылған йәки башҡа юл менән баҫылып сыҡҡан әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ҡабул ителә. Бер үк эште бер ваҡытта Премияға һәм башҡа дәүләт наградаһына тәҡдим итергә ярамай.

Кандидаттарҙы ижади союздар, йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорттары, мәҙәниәт учреждениелары, киң мәғлүмәт саралары редакциялары, дәүләт власы органдары тәҡдим итә. Авторҙар коллективы дәғүә итә алмай, сөнки Премия шәхсән бер дәғүәсегә бирелә.

Конкурс буйынса үтмәгән эштәр тағы бер тапҡыр Премияға дәғүә итә ала. Шул уҡ ваҡытта документтар ҡабат тапшырыла.

Премияға дәғүә итеүселәр араһында уға лайыҡлылар булмаған осраҡта премия бирелмәй.

Премияға дәғүә итеүгә документтарҙы Комиссия 2018 йылдың 31 июленә тиклем Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46 адресы буйынса Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә ҡабул итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb