Республикала «Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» видео-марафоны бара

Республикала «Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» видео-марафоны бара

Күптән түгел Өфөлә «Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» акцияһы башланды. Сараны ойоштороусы — Өфөләге ҡала ветерандар советы. Мәғлүм булыуынса, марафон ағымдағы йылдың апрелендә үтеп киткән Библиотөндә  башланып киткәйне. Әлеге ваҡытта акцияға йөҙҙән ашыу кеше ҡушылған. Акцияла ҡатнашыусылар иҫәбендә ветерандар, уҡыусылар, студенттар, эшҡыуарҙар ғына түшел. шулай уҡ сәйәсмәндәр, артистар, телевидениеның алып барыусылары ла бар.

Сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, проектта теләгән һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Улар «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» автобиографик повесынан өҙөктәр уҡырға тейеш. Видео-марафон төрлө майҙансыҡтарҙа уҙғарылып килә, күптән түгел әҙип ижадын һөйөүселәрҙең сираттағы осрашыуы Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге ижадханаһында  үтте.

Осрашыуҙа Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb