Республика милли театрҙар фестиваль-марафонында “Таналыҡ” халыҡ театры сығыш яһаны

Республика милли театрҙар фестиваль-марафонында “Таналыҡ” халыҡ театры сығыш яһаны

Республикала милли театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Күптән түгел сибайҙар эстафетаны хәйбуллаларға тапшырҙы.

Ҡала тамашасыларына Хәйбулла оҫталары Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһын тәҡдим итте. Ролдәрҙе “Таналыҡ” халыҡ театры коллективының һәүәҫкәрҙәре бик оҫта башҡарҙы.

Спектаклдең режиссеры – йәш һәм талантлы Редик Ғәниев. Костюмдарҙың сағыулығы, декорацияның уңышлы эшләнеүе, режиссерҙың оҫта алымдары, сәхнә оҫталарының бөтөн күңелен биреп уйнауы тамашаны юғары кимәлгә күтәрҙе, ысын сәнғәт өлгөһөнә әүерелдерҙе. Артабан театр штандартын Йылайыр районы ҡабул итәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb