Республикала «Бөрйән балы – башҡорт даны» халыҡ-ара этнофестивале үтә

Республикала «Бөрйән балы – башҡорт даны» халыҡ-ара этнофестивале үтә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Бөрйән районында бөтә донъя умартасылары йыйыла,18 август көнө «Бөрйән балы – башҡорт даны» халыҡ-ара этнофестивале үтә.

Халыҡ-ара этнофестивалде ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт, Ауыл хужалығы министрлыҡтары, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Бөрйән районы хакимиәте.

Сараның маҡсаты-халыҡ-ара бал этнофестивале урта рус бал ҡорто тоҡомоноң Бөрйән популяцияһын һаҡлау, солоҡсолоҡто һәм умартасылыҡты популярлаштырыу.

Шулай уҡ этнофестиваль умартасылар араһында тәжрибә уртаҡлашыу, умартасылыҡ кәрәк-яраҡтарын һәм ҡорамалдарын етештереүселәргә һатыу баҙарын киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк.

Фестиваль сиктәрендә төрлө бәйгеләр ойошторолоу ҡаралған. Конкурс мәлендә яҡшы солоҡсолар, умартасылар, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә етештерелгән иң тәмле бал билдәләнәсәк.

Этнофестиваль программаһында милли спорт уйындары һәм ярыштар, халыҡ кәсептәре тауарҙары һәм умартасылыҡ тауарҙарын һатыу күргәҙмәһе уҙғарыу ҡаралған. Байрам ҡунаҡтарын башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт көтә. Фестиваль асыҡ һауалағы дискотека менән тамамланасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb