Республикала Борай кантонының 100 йыллығына әҙерлек бара

Республикала Борай кантонының 100 йыллығына әҙерлек бара

Республикала Борай кантонының 100 йыллығына әҙерләнә. 22 мартта Борай район үҙәгендә тарихи ваҡиға уңайынан фәнни-ғәмәли семинар ойошторола. Сара сиктәрендә Борай ауылы мәктәптәрендә асыҡ дәрестәрҙе ҡарау, Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышыу, шулай уҡ 1918 йылдың мартында Борай башҡорт кантонын һәм Борай башҡорт милли шураһын ойошторған шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу планлаштырыла.
Өфөнән юбилей сараһында тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Салауат Хәмиҙуллин, Азат Ярмуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, билдәле сатирик шағир һәм яҙыусы Марсель Сәлимов һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb