Республикала башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн веб-ресурс эшләнә

Республикала башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн веб-ресурс эшләнә

Башҡортостанда башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн веб-ресурс эшләнә. «Интерактив башҡорт теле» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында бойомға ашырыла. Веб-ресурс өҫтөндә мәғарифты үҫтереү институты командаһы эшләй. 

Проект башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү һәм йәнле һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн медиаконтенттан тора. Уны өҫтәмә белем алыу программаларында ла ҡулланыу ҡаралған. Проект сайтында интерактив онлайн-дәрестәр, видеороликтар, һүҙлек буласаҡ. 34 темаға
күнекмәләр ҡаралған.

Проект гранттар буйынса эксперт советы ултырышында күрһәтелде. Веб-ресурсты тест режимында көҙ сығарыу ҡаралған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb