Республикабыҙҙа «Башҡорт телен яратам» конкурсы үҙғарыла

Республикабыҙҙа «Башҡорт телен яратам» конкурсы үҙғарыла

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының «Башҡорт телен яратам» конкурсын тәҡдим итә! Барығыҙҙы ла Башҡорт теле көнөнә ҡарата ойошторолған ижади бәйгелә ҡатнашырға саҡыралар. Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк.  Социаль селтәрҙәрҙә дүрт йүнәлеш буйынса интернет-конкурс иғлан ителә.  1. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» 
2. «Мин башҡортса уҡыйым» 
3. “Театрлаштырылған күренеш" 
4. “Матур яҙыу дәфтәре” башҡортса текстар марафоны  Конкурстың положениеһы менән ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙҙың «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми битендә танышырға мөмкин. Эштәр «конкурс» билдәһе менән 8 декабргә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресына ебәрелә һәм #ҡоролтай #Башҡорттелекөнө хештегтары менән социаль селтәрҙәрҙә ҡуйыла.  «Һаумы, һаумы, әкиәт», «Театрлаштырылған күренеш, «Матур яҙыу дәфтәре» конкурстарына ерле һөйләштәр өсөн хас үҙенсәлекле телмәр ҡулланылған эштәр ҙә ҡабул ителә.  Башҡорт теле көнө - 2019 сәхифәһенә рәхим итегеҙ! Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-31-62, 246-32-47

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb