Республика театр сәнғәте өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте стипендиаттары билдәле булды

Республика театр сәнғәте өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте стипендиаттары билдәле булды

Театр сәнғәте өлкәһендә өс тиҫтәнән ашыу вәкил – Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһынан йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә хөкүмәт стипендияһы лауреаттары иғлан ителде. Был исемлектә Башҡортостандың ике вәкиле бар.

Ай һайын федераль ҡаҙнанан 20 000 һум күләмендә стипендия алыусылар иҫәбендә – быйыл Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса «Прометей» спектаклен сәхнәгә ҡуйған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры рәссамы Илнур Слявчин.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb