«Рауил Бикбаев» сайтының исем туйы үтте

«Рауил Бикбаев» сайтының исем туйы үтте

12 майҙа Башҡортостан Республикаһының Милли архивында «Рауил Бикбаев» сайтын асыуға арналған тантаналы сара үтте. Интернет-ресурста билдәле шағир, ғалим-филолог, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың тормошо, ижтимағи, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән бәйле мультимедиалы материалдар тәҡдим ителгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Милли архивының матбуғат хеҙмәтендә.

Был мультимедиалы архив Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 1 октябрендәге «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында»ғы Указын үтәү маҡсатында әҙерләнгән. Архивсылар документтар һәм аудио-видеоматериалдар йыйыу буйынса ҙур эш башҡарған.

Рауил Бикбаевтың шәхси архивынан документтарҙы шағирҙың ҡатын Фәриҙә Бикбаеваның Милли архивҡа дәүләт һаҡлауына тапшырған. Фондҡа халыҡ шағирының ижади, фәнни, йәмәғәт эшмәкәрлегенә бәйле материалдар, шул иҫәптән ҡулъяҙмалар, баҫма китаптар, фотоһүрәттәр индерелгән.

«Рауил Бикбаев» сайты менән танышыу өсөн һылтанма: https://ravilbikbaev.bashkortostan.ru/.

«Рауил Бикбаев» сайтының исем туйы үтте
«Рауил Бикбаев» сайтының исем туйы үтте
«Рауил Бикбаев» сайтының исем туйы үтте
«Рауил Бикбаев» сайтының исем туйы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb