Премьера: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында спектакль-вербатимдар үтәсәк

Премьера: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында спектакль-вербатимдар үтәсәк

16-17 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Ете быуын...Һаҡлаусылар" һәм "Ете быуын... Йәштәр" спектакль-вербатимдарының премьераһы уҙа. Режиссеры - Рима Харисова. “Ете быуын...Һаҡлаусылар” спектакль-вербатимы Башҡортостандың бер районында йәйге экспедицияла тупланған материалдар буйынса әҙерләнде. Ул ваҡытта актерҙар ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ менән аралашып, уларҙан үҙҙәре, тормоштары, тел, милләт, иман, дин, быуындар бәйләнеше хаҡында һорашып яҙып алды. Бер һүҙ менән әйткәндә, актерҙар кешелекте берләштәреүсе, үҙенсәлекле итеүсе милләт тигән төшөнсәнең мәҙәни кодын эҙләне. Спектаклдең төп төшөнсәләре - минең ерем, телем, йолаларыбыҙ, тамырҙарыбыҙ, балаларыбыҙ, ауыл халҡының бөгөнгө тормошҡа ҡарашы. “Ете быуын...Йәштәр” спектакль-вербатимы милли үҙенсәлек темаһын тикшерә. Бөгөнгө заман йәштәре быуындар бәйләнеше һәм халҡы тарихына үҙ һүҙен яҙа. Спектакль геройҙары - беҙҙең менән бергә йәшәүсе, көн һайын осрашып аралашыусы йәштәр. Спектаклдә уларҙың фекерҙәре, уйҙары, тормошҡа ҡараштары сағыла. Көндәлек тормошта беҙ йыш ҡына яныбыҙҙағы кешеләрҙе нимәләр борсоуын, хатта уларҙың кем икәнлеген дә белмәйбеҙ, шуға күрә лә был спектакль асыштарға бай буласаҡ. Спектакль-вербатим – документаль театрҙың бер формаһы. Уның нигеҙендә - ысынбарлыҡтағы кешеләр менән әңгәмәләр. Геройҙарҙың уй-фекерҙәре спектаклдә ҡатнашыусылар фекере менән тап килмәүе лә ихтимал. Актерҙар үҙҙәренең геройҙарын һәм тамашасыларҙы тоташтырып тороусы сылбыр булып тора.

Премьера: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында спектакль-вербатимдар үтәсәк
Премьера: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында спектакль-вербатимдар үтәсәк

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb