Яҙыусы Рәсих Ханнанов Халыҡтар Дуслығы ордены менән бүләкләнгән

Яҙыусы Рәсих Ханнанов Халыҡтар Дуслығы ордены менән бүләкләнгән

Яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Шәһит Хоҙайбирҙин Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәй журналистар һәм яҙыусылар Союзы ағзаһы Рәсих Ханнанов Халыҡтар Дуслығы ордены менән бүләкләнгән. Награданы Башҡортостан Республиҡаһының мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина тапшырды.

Рәсих Нурғәле улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған.

Рәсих Нурғәле улы бик иртә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, яҙыша башлай. Тәүге шиғырҙарын мәктәп стена гәзитендә сығара, унан һуң уларҙы район гәзитендә баҫтыра, яҡташы, ул саҡта уҡ танылған яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың кәңәше менән хикәйәләр яҙа башлай. Илленсе йылдар аҙағы – алтмышынсы йылдар башында уның әҫәрҙәре мабуғатта йыш күренә. Йәш яҙыусыға «Ҡыҙыл таң» гәзите битендә беренсе башлап Назар Нәжми хәйерле юл теләй. Шул тәьҫир менән ҡанатланып, ул «Һин онотма» исемле беренсе йыйынтығын әҙерләй. Китап донъяға сыҡҡас, ундағы шиғырҙарҙың күбеһе, көйгә һалынып, йырҙарға әйләнә. Рәсих Ханнанов ваҡытлы матбуғаттағы эшмәкәрлеге менән бер рәттән, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар, йыр өсөн шиғырҙар, робағиҙар ижад итергә лә ваҡыт таба. Уның ошо осорҙа донъя күргән «Йәшлек ҡанаттары», «Диңгеҙ ҡарлуғасы», «Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә», «Юл буйынса күк сәскә», «Күңел нуры», «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем! », «Әйтем юҡҡа әйтелмәй», «Ҡатынға бүләк» кеүек йыйынтыҡтары әҙәбиәт һөйөүселәр һәм тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителде. Ул алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы.
Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Х. Әхмәтов, Р. Хәсәнов, Т. Шәрипов, А. Ҡобағошов, С. Низаметдинов, А. Ғабдрахманов, М. Имашев, Ә. Дауытов кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итте. Уларҙың байтағы халыҡҡа киң билдәле, хатта халыҡтыҡы булып киткәндәре лә бар. «Яңғыҙ аҡҡош күл-дәрҙә», «Минең әсәй гөл ярата ине» йыр-ҙары Татарстанда «Йылдың иң яҡшы йыры» тигән исем алды. «Минең Өфөм – Уралдың саф гөлө», баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.

Сығанаҡ: Писатель Расих Ханнанов удостоен ордена Дружбы народов Республики Башкортостан

Яҙыусы Рәсих Ханнанов Халыҡтар Дуслығы ордены менән бүләкләнгән
Яҙыусы Рәсих Ханнанов Халыҡтар Дуслығы ордены менән бүләкләнгән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb