Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар

Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар

Рәсәйҙең баш ҡалаһында Мәскәү метроһының «Күргәҙмәләр» станцияһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Монисто» исемле фотокүргәҙмә асылды.

«Монисто» күргәҙмәһенең авторы яҡташыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәй һәм халыҡ-ара телевизион конкурстар лауреаты Гөлназ Ғәлимуллина. Күргәҙмәгә башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәүестәрҙә төшкән геройҙар һынландырылған 30-лап фотоһүрәт ҡуйылған.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса советнигы, опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Санкт-Петербургтағы Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллектең етәксеһе Роман Симандуев, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы депутаты Инга Юмашева, Мәскәү метрополитены етәксеһе урынбаҫары Павел Ковалев ҡатнаштылар.

Был көндө башҡорт йыр-моңо һәм бейеүҙәренә лә тамаша ҡылды, сәксәк менән һыйланды.

Мәскәү метрополитены етәксеһе урынбаҫары Павел Ковалев әйтеүенсә, ике аҙна дауамында уны 340 меңдән ашыу кеше ҡарай аласаҡ. Башҡортостан мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар фотоһүрәттәрҙе 1 июлгә тиклем иртәнге 6-нан төнгө 1-гә тиклем, метро асыҡ ваҡытта ҡарай ала.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/passazhiry-moskovskogo-metro-mogut-poznakomitsya-s-bashkirskoj-kulturoj

 

Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар
Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар
Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар
Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар
Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар
Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар
Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар
Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар
Мәскәү метроһының пассажирдар Башҡортостан мәҙәниәте менән таныша алалар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb