«Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры бәйгеһенә ғаризалар ҡабул ителә башланы

«Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры бәйгеһенә ғаризалар ҡабул ителә башланы

Быйыл да «Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры бәйгеһе 9-11 ноябрҙә Туймазыла уҙғарыласаҡ. Сараның маҡсаты — һәләтле халыҡ башҡарыусыларын асыҡлау һәм пропагандалау, оҙон көйҙө башҡарыуҙы тергеҙеү һәм үҫтереү, урындағы башҡорт йыр фольклорын тергеҙеү.

Бәйгене ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте.

Конкурста махсус вокаль белеме булмаған теләгән һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе лә юҡ. Конкурс 16 йәшкә тиклемгеләр, 16-60 йәшлектәр һәм 60 йәштән өлкәндәр араһында ике турҙа уҙғарыла.

16 йәшкәсә ҡатнашыусылар ике турҙа ла үҙҙәре һайлаған йырҙы башҡара. Ҡалған конкурсанттар мотлаҡ башҡарылырға тейеш йырҙар: «Урал», «Буранбай», «Ашҡаҙар», «Сибай». Ҡатнашыусының теләге буйынса йыр башҡорт халыҡ йыр классикаһы әҫәре йәки башҡарыусының тыуған төйәгендәге башҡорт йыр фольклоры өлгөһө булыуы мөмкин.

Ғаризалар 2018 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Электрон адрес: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8(347)289-65-50, 8(34782)7-34-28, 7-24-51.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb