«Оҙон көй - 2018» конкурсы еңеүсеһе-Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов

«Оҙон көй - 2018» конкурсы еңеүсеһе-Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов

9 һәм 10 ноябрь Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй - 2018» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы үтте.

«Оҙон көй» бәйгеһе халыҡ араһынан һәләтле йырсыларҙы асыҡлау, традицияларҙы тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында 1997 йылдан алып үткәрелеп килә. Быйыл да юғары ойоштороу кимәле менән айырылып торған конкурс 70-кә яҡын моңло тауышлы ҡатнашыусыны йыйҙы. Ижади форумда Башҡортостандың 29 ҡала-райондарынан, шулай уҡ, Татарстан, Силәбе өлкәһенән һәм Ҡаҙағстандан вокалистар ҡатнашты.

Ике көн дауамында барған музыкаль форумда Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов Гран-приға лайыҡ булды.Ул «Ғәзизәкәй йыры  менән сығыш яһаны, еңеүсегә аҡсалата премия һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb