Тауышты бирегеҙ, дуҫтар!

Тауышты бирегеҙ, дуҫтар!

Рәсәйҙә Театр йылының иң сағыу йәштәр проекты – «Театраль Волга буйы» фестиваленең мәктәп һәм студент тамашаларын 100 меңдән ашыу кеше ҡараны. Спектаклдәрҙә Волга буйы федераль округы төбәктәренән ете меңдән ашыу йәш актер, уҡыусы һәм студент ҡатнашты. Шулай уҡ, республикабыҙҙан фестивалдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Ҡорос» һәм Межгорье ҡалаһынан «Пауза» театрҙары ҡатнашты.

Ижади йәштәр өсөн күләмле ваҡиғаны ойоштороу идеяһы – Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың шәхси башланғысы.

Мәғлүм булыуынса, 30 ноябрҙә тауыш биреүгә йомғаҡ яһала һәм «Иң яҡшы мәктәп театры», «Иң яҡшы студент театры», «Иң яҡшы режиссер», «Иң яҡшы актер», «Иң яҡшы актрисам» тигән номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнә.

Тауыш биреү 29 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана һәм 30 ноябрҙә шулай уҡ Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 1-ҙә тамамлана.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/otdajte-svoj-golos-za-luchshij-spektakl-v-pfo

Тауышты бирегеҙ, дуҫтар!
Тауышты бирегеҙ, дуҫтар!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb