«Осҡон-2016» башҡорт видеоһы конкурсы иғлан ителә

«Осҡон-2016» башҡорт видеоһы конкурсы иғлан ителә

«Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсын ойоштороусылар йәнә иң яҡшы ролик авторҙарын эҙләй. Быйыл приз фонды күләме дүрт тапҡырға артты һәм 200 000 һум тәшкил итә. Бынан тыш, анимация, документаль фильмдар өсөн айырым номинациялар һәм 30 секундлыҡ микрокино булдырылған. «Нәфис фильм» һәм «Социаль видеоролик» номинациялары үҙгәрешһеҙ ҡалған.

Конкурсты ойоштороусы – Силәбе өлкәһендәге Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы. Проект илдең төрлө төбәктәрендәге башҡорт ойошмаларының мәғлүмәт ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Ғаризалар 2016 йылдың 30 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа 2015 – 2016 йылдарҙа төшөрөлгән башҡорт телендәге фильмдарҙы һәм видеоларҙы ебәрергә кәрәк. Бәйгенең шарттары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт социаль селтәрҙәге рәсми төркөмдә бирелгән.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb