Орел ҡалаһында үткән «Гармонь без границ» Бөтә Рәсәй Асыҡ фестиваль-конкурсында Азат Атанғолов I урын яуланы

Орел ҡалаһында үткән «Гармонь без границ»  Бөтә Рәсәй Асыҡ фестиваль-конкурсында Азат Атанғолов I урын яуланы

Азат Атанғолов Орел ҡалаһында үткән «Гармонь без границ» I Бөтә Рәсәй Асыҡ фестиваль-конкурсында I урын яуланы.

 Оҫта гармунсы ике номинацияла I урынға лайыҡ була: фестивалдең дөйөм йомғаҡтары буйынса һәм уның сиктәрендә үткән профессионалдар бәйгеһендә.
11-12 ноябрҙә ике көн дауам иткән фестиваль илдең төрлө мөйөштәренән — Алтай, Курск, Елец, Һарытау, Тула, Мәскәүҙән, Ленинград өлкәһенән 9 йәштән 70 йәшкә тиклем 90-лап гармун һөйөүсене ҡосағына ала. Фестивалдең Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ Композиторҙар союзы ағзаһы, Орел ҡалаһының почетлы гражданы Е. П. Дербенко исеме аҫтында үтеүе осраҡлы түгел. Евгений Петрович Орел гармунсылар мәктәбенең инеш башында тороусы энтузиаст, оҫта. Үҙенең ныҡышмалылығы менән бынан 20 йыл элек сәнғәт колледжында профессиональ кимәлдә гармунсылар уҡытыуҙы башлаған шәхес.
«Гармонь без границ» фестиваль-конкурсының баһалама комиссияһына Е. П. Дербенко үҙе рәйеслек итә. Тағы бер жюри ағзаһы — остаздың уҡыусыһы, Мәскәүҙәге Гнесиных исемендәге Рәсәй музыка академияһы уҡытыусыһы Павел Уханов Азат Атанғолов менән Бөтә Рәсәй гармунсылар конкурстары аша яҡшы таныш. Конкурс тураһында яҡташыбыҙға ул хәбәр иткән дә инде. Бәйгенең тәүге туры дистанциялы рәүештә уҙа. Гармунсылар 1 сентябргә тиклем интернет селтәре аша жюри ҡарамағына конкурс сығыштарының видеояҙмаһын ебәрә.

 Абруйлы жюри бәйгеселәр араһынан иң-иңдәрҙе генә һайлап ала. Шулар иҫәбендә Рәсәй гармунсыларының «алтын унау» исемлегенә ингән Азат Атанғолов та фестивалдең гала-концертына саҡырыу ала. Әйткәндәй, Рәсәй кимәлендәге бәйгегә яҡташыбыҙ халҡыбыҙҙың төрлө характерҙағы милли көй-моңдарынан «Казачий», «Һыбайлылар» һәм «Уйыл»ды, М. Ғәйнетдинов эшкәртеүендә бейеү көйҙәренә теҙмәне тәҡдим итә.
Фестивалде асыу тантанаһында Рәсәйҙең иң шәп гармунсылары майҙан тота. Гармун моңон ихтирам иткән ихлас тамашасылар артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмә. Азат Атанғолов үҙенең сығышында башҡорт халыҡ көйҙәрен гармун телдәре аша яңғыратҡандан һуң, ҡурайҙа ла һыҙҙыра. Концерттарҙан тыш, гармунсылар төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, мастер-кластар үтә.

Яҡташыбыҙ профессионалдар араһында музыкаль һәләтен һынай, гармун остазы Е. П. Дербенконан һабаҡ ала. Фестивалдә Гнесиных исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты 20 йәшлек Павел Фомин гран-при яулай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb