Октябрьский ҡалаһында «Уйна, гармун» халыҡ байрамы булды

Октябрьский ҡалаһында «Уйна, гармун» халыҡ байрамы булды

26 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһында «Уйна, гармун!» халыҡ байрамы ойошторолдо. Башта ҡатнашыусылар Октябрьский ҡалаһының Милли мәҙәниәттәр үҙәге менән танышты, шунан  «Дуҫлыҡ» паркында ағас ултырттылар. Сәғәт 2-лә гармунсыларҙың тантаналы йөрөшө башланды.

«Нефтсе» ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында гармунсыларҙың «Күңел ас, гармун!» асыҡ фестивале, фольклор ансамблдәренең «Баҡыр ҡыңғырау» фестивале, халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар һәм ярыштар, интерактив күңел асыу программалары булды. Программа гармунсыларҙың ҙур концерты менән тамамланды.

Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, Октябрьский ҡалаһы мәҙәниәт йорто. Проектҡа Президент гранттары фонды булышлыҡ күрһәтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb