Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө “Матур ғаилә – ил ҡото” тамашаһы менән билдәләнде

Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө “Матур ғаилә – ил ҡото” тамашаһы менән билдәләнде

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 1 мартты башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итте лә, был датаға арнап, йөкмәткеле саралар уҙғарылды.

“Матур ғаилә – ил ҡото” төбәк-ара форумы сигендә “Йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының, диндең, халыҡ йолаларының, мәҙәниәттең һәм әҙәбиәттең роле” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ғалимдар, уҡытыусылар, республика төбәктәренән килгән ата-әсәләр, ҡоролтай рәйестәре ҡатнашты. Һөйләшеү темаһы атамаһынан уҡ күренеүенсә, тәрбиә алымдары йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһенә бәйле. Киләсәктә бындай саралар үткәреүҙе йолаға әүерелдереү ҙә үҙ емешен бирмәй ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән кисә иһә ысын мәғәнәһендә халыҡҡа байрам бүләк итте. Фойела Салауат, Иглин, Әбйәлил, Әлшәй райондары, Өфө ҡалаһы оҫталары, һөнәрмәндәренең эштәре – шәлдәр, милли кейемдәр, быймалар, балаҫтар, ҡортсолоҡ продукцияһы, сувенирҙар ҡуйылған. Ошонда уҡ төрлө ҡумыҙ, ҡурай теҙеп һалғандар. Был бай коллекциялар янынан ҡабат-ҡабат үтһәң дә, ҡарап туйырлыҡ түгел. Беҙҙе һоҡландырыусылар алда булған икән әле. Сәхнәгә сыҡты улар, шул иҫәптә ғаилә ҡиммәттәренә арналған “Етегән” конкурсы еңеүселәре лә.

Башҡорт ғаиләһе көнөндәге был сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡорт дәүләт университеты, БР Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары менән берлектә “Матур ғаилә – ил ҡото” төбәк-ара форумы – халыҡ рухи йыйыны булараҡ ойошторорҙо. Ҡоролтайҙың ғаилә институтын тергеҙеүгә йүнәлтелгән был эшен хупларға ғына ҡала.

– Беҙ Башҡорт ғаиләһе көнөн юҡҡа ғына булдырманыҡ. Ғаиләнең әһәмиәте, беҙҙең тормоштағы роле баһалап бөткөһөҙ. Халҡыбыҙҙың матур ғаиләләрен барлау, күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу артабан да дауам итәсәк. Киләсәктә ырыуҙарыбыҙҙың матур ғаиләләре менән дә таныштырасаҡбыҙ. Бындай саралар фестиваль рәүешендә үткәрергә ниәтләйбеҙ, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясова ла байрамды хуплап, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район-ҡалаһынан килгән ғаиләләрҙе тәбрикләне, республика парламентында ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты һаҡлау буйынса ла күп эштәр башҡарылғанын һөйләп үтте.

Әлбиттә, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа лайыҡлы йәшәүсе ғаиләләр бик күп. Улар төбәгебеҙ үҫешенә, ҡаҙаныштарына үҙ өлөшөн индерә. Был юлы сәхнәгә шундайҙарҙың бер нисәүһе сыҡты.

Ишембайҙан Илшат Хафизов ғаиләһе. Ғаилә башлығы ҡала диниә назаратының хаж бүлеге етәксеһе, имам-мөхтәсиб. Был ғаиләлә һигеҙ бала үҫә. Уларҙы күреү менән тарихта ҡалған ысын башҡорт ғаиләһе иҫкә төштө – ишле, иманлы, тәрбиәле, ата-әсәһенә, ололарға  ихтирамлы. Хафизовтарҙы тулы мәғәнәһендә өлгө итеп ҡуйырға кәрәк. Илшат замандашыбыҙҙың бер аҡыллы һүҙе иғтибарға лайыҡ, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар тураһында әйтте ул, көн үҙәгендә торған проблема бит:

– Ғибәҙәт ҡылған һайын кешенең рухы нығына. Диндән алыҫ булған кешеләр көсһөҙ була, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар ҙа бар. Аҙ ғына ҡыйынлыҡ булһынмы, тота ла аҫылына. Хатта сысҡан да үҙ-үҙенә ҡул һалмай, ҡуян да бер ҡасан да үҙ-үҙенә ҡул һалмай. Ә үҙ ғүмерҙәрен өҙөүсе кешеләрҙең рухы ҡуяндыҡына ҡарағанда ла ҡурҡағыраҡ. Кеше ни тиклем динле булһа, уның рухы арыҫландай була, проблемаларҙы еңеп сыға алырлыҡ көс таба.

Аңлағанға – ишара, йәмәғәт.

Сәхнәгә сыҡҡан сираттағы ғаилә күптәргә таныш. Улар – Мәсетле районынан Зәйнетдиновтар. Виртуоз ҡумыҙсы, башҡорт милли музыка ҡоралын донъяға таратып йөрөүсе Миндеғәфүр Зәйнетдиновҡа ғүмер генә түгел, ә һәләт тә, тәрбиә лә, рух та биргән ғаилә. Сығып, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнап, дәртле бейеүҙәре-йырҙары менән тамашасыны тағы бер тапҡыр һоҡландырҙы  улар. Баҡһаң, ғаилә ансамблендә 30-ҙан ашыу музыка ҡоралында уйнайҙар икән. “Әле Ғәфүргә еткермәгәнбеҙ, ул үҙе генә 40 төрҙә уйнай”, – тинеләр.

Тағы бер йыр-моң яратыусы йорт, төрлө фестиваль лауреаттары  – Илеш районы Айыу ауылынан Сәғит уҙаман Муллахмәтов ғаиләһе. Династия башлығы Сәғит Муллахмәт улы 46 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бағышлаған педагогик хеҙмәт ветераны. Уның тормош юлдашы Венера Нәғим ҡыҙы ла халыҡ мәғарифы отличнигы. Биш балаһынан бер нисәүһе ата-әсәһе һөнәрен һайлаған. Был ғаиләгә былтыр “Ғаиләгә тоғролоҡ һәм мөхәббәт” миҙалы тапшырылған.

Артабан Әбйәлил оҫталары менән таныштыҡ. Асҡарҙан Баймырҙиндарҙы быймасылар, тип әйтһәк тә була, кейеҙселәр, тип тә. Ҡыҫҡаһы, йүнселдәр. Улар кейеҙҙән тирмә эшләй, аяҡ һәм өҫ кейемдәре, балаҫ, түшәктәр баҫа.

– 2012 йылда атайым Рафиҡ Ҡөҙрәт улы менән эш башлап ебәрҙек. Мал-тыуар ҙа аҫрайбыҙ, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәбеҙ, баҡсабыҙ ҙа бай ғына – тип һөйләне эшҡыуар Йәмил Баймырҙин атаһы, әсәһе менән сәхнәгә сыҡҡас.

– Бергәләп эшләнгән эш кенә матур, һөҙөмтәле килеп сыға, – тип улының һүҙен ҡеүәтләне әсәһе лә.

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан да тырыш ғаилә килгән. Әфғәт Хәлитов ата-бабаларының кәсебен дауам итә – ҡортсо ул. Ғаилә республикала ғына түгел, ә Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында бал етештереүселәр фестивалдәрендә миҙалдар яулай, уларҙың умарталығы продукцияһын үҙебеҙҙән тыш, сит илдәрҙән дә килеп алалар. Нәзимә апай әйтеүенсә, улар ауылда хәләл тауар һатыу менән шөғөлләнә, башҡа эшҡыуарҙарға ла шуны теләй.

Бөрйән районының Ҡыпсаҡ (Әбделмәмбәт) ауылынан Боҫҡоновтар республикала спортсы ғаилә булараҡ таныш. Уҡытыусы Зиннур Боҫҡоновтоң күпме уҡыусыһы ил буйлап төрлө ярыш-чемпионатта еңеү яулап ҡайтты икән?! Был юлы иһә уның балалары шаҡ ҡатырҙы. Улар ҙа – чемпиондар. Ҡыҙы Алина (Өфөлә БДАУ студенты) менән улы Батырша (7-се класта уҡый) ҡулында герҙы ҡар тубы һымаҡ уйната башламаһынмы! Әсәһе Гүзәл янында торған бәләкәй Абдулазиз да, мин дә булдырам, тигәндәй уҡталып-уҡталып ҡуйҙы хатта.

Һәм сәхнәлә – Баймаҡтан Аралбаевтар. Таныш фамилиямы? Буранбайҙан, тип тә өҫтәһәк, беҙҙең күп уҡыусыларыбыҙ, беләбеҙ, беләбеҙ, тиер. Ауылдағы иң абруйлы ғаиләләрҙең береһе сәхнә тултырып сығып баҫҡан Таңһылыу һәм Фәррәх Аралбаевтарҙың йырсылары йырлап ебәрһә, бейеүселәре бейеүгә төшһә, ҡурайсылары ҡурайҙа һыҙҙырһа, уларға ҡушылып, уларҙың араһына инеп китке килә. 60 йыл бергә тормош көткән бабай менән инәйгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Бына шундай ғаиләләр күп беҙҙә! Уларҙы белеп, шундайҙар өлгөһөндә йәшәһәк, башҡорттан да көслөрәк, башҡорттан да ишлерәк һәм байыраҡ милләт булыр инеме икән?! Һис һүҙһеҙ, бөтәһе лә үрҙә телгә алынған ғаиләләр кеүек лайыҡлы йәшәй ала.

Байрамдан бөтәһе лә ҡәнәғәт таралышты. Фәһем алдыҡ, илһамландыҡ. Һоҡландыҡ, дәртләндек. Әйткәндәй, шундай матур тамаша ҡороусыларға – сценарий авторы Сәрүәр Суринаға, режиссеры Әлмира Ҡыуатоваға, кисәне йыр-моң, бейеү менән биҙәүселәргә, алып барыусыларға рәхмәт әйтмәйенсә булмай. Афарин, милләттәштәр!

 

Сығанаҡ: http://kurultay-ufa.ru

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb