Әсәйҙәр тормош биҙәге

Әсәйҙәр тормош биҙәге

Доньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып, йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеуек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине…. 24 ноябрь көнө Әтек ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл ҡатын-ҡыҙҙар Советы һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Әсә наҙы яҙ кеүек, әсә наҙы ғүмерлек” тип исемләнгән бик матур һәм фәһемле кисә - концерт ойошторҙо.  Был сарала район ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе Салауатова Р.Ф., уның ағзалары Тләүбаева К.М. һәм Кагарманова Ф.Р. ҡатнашыуы кисә-концертҡа тағы ла йәм, мәртәбә өҫтәне. Концерт Фәрзәнә Әбүбәкирова һәм Розалия Билалованың “Әсәйемә” йыры менән башланып китте. Районда килгән ҡунаҡтар һәм тамашасылар айырыуса “Алтынай” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле йырҙарын, “Шәрифә” төркөмөнөң мөнәжәттәрен, физика-математика уҡытыусыһы Рәзилә Кагарманова етәкләгән “Таң йондоҙҙары” ансамбленең бейеүҙәрен, Гүзәлиә һәм Данияр Абдрахмановтарҙың дуэтын, “Ҡана ҡыҙҙары” бейеүен, Ф.Абубакированың моңло йырҙарын яратып ҡабул иттеләр. Кисә- концерт ауылдың герой әсәләренә, “Әсәле даны” миҙалына лайыҡ булған һәм өлгөлө әсәйҙәргә ауыл хакимиәте, район ҡатын – ҡыҙҙар Советы һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарфынан әҙерләнгән маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырыу менән аралашып барҙы. Сара барышында әсәйҙәрҙең кәрәклеге, бөйөклөгө тураһында фәһемле сығыштар яһалды, әсәйҙәргә дан йырланды.
Кисә-концерттан ауыл халҡы, райондан килгән ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт булып, рәхмәт әйтеп таралышты.
Сығанаҡ: “Таң” гәзите, С.Ҡөлмәнбәтова

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb