Сибай Башҡорт дәүләт драма театрында "Заятүләк менән Һыуһылыу" легендаһы сәхнәләштерелде

Сибай Башҡорт дәүләт драма театрында "Заятүләк менән Һыуһылыу" легендаһы сәхнәләштерелде

Тәрбиәүи эпостар, әкиәттәр,  риүәйәттәр, йырҙар рухи донъябыҙҙың алтын бағанаһын тәшкил итә. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театрында "Заятүләк менән Һыуһылыу" легендаһы сәхнәләштерелде. Спектакль аншлаг менән үткән.

Боронғо замандарҙан килгән ауыҙ-тел ижадында хис-тойғоға һәр саҡ урын бар. Шундай эпостарҙың береһе -  "Заятүләк менән Һыуһылыу". Геройҙар бер-береһенә булған һөйөүен йыр ярҙамында еткерә. Әҫәрҙә Заятүләк исемле батырҙың һәм Асылыкүл, Ҡандракүл һыу аҫты батшаһы ҡыҙы Һыуһылыуҙың мөхәббәте тураһында бәйән ителә. Эпос таҙа һәм эскерһеҙ хистәр менән йәлеп итә. Сәхнә әҫәре - күмәк эш. Уның уңышында  һәр кемдең өлөшө ҙур. Легенданы сәхнә әҫәре итеп һалыусы  драматург Сәрүәр Суринаның эшенә театр коллективы юҡҡа ғына мөрәжәғәт итмәй.  Халыҡсан, тәрән мәғәнәле, фәһемле,  моңло спектаклдәрҙе тамашасы һәр саҡ йылы ҡабул итә. "Заятүләк менән Һыуһылыу"  әҫәренең йөкмәткеһе бик үк ҙур булмаһа ла, бында тормош, көнкүреш, йолалар һәм төрлө ҡараштар сағылыш тапҡан. Ябай, шул осраҡта мәғәнәле ҡуйылған сәнғәт әҫәре һис шикһеҙ тамашасының эске тормошон байыта, халыҡтың ауыҙ - тел ижадына ҡарата һөйөү уята.

Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/bash-ort-khal-yny-auy-tel-izhady-ifrat-k-p-ya-ly-m-bay/

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru