Оҫта ҡулдарҙа кейеҙгә лә йән инә

Оҫта ҡулдарҙа кейеҙгә лә йән инә

Әбйәлил районының  Буранғол ауылында донъялағы берҙән-бер  халыҡ кейеҙ йорто эшләй.  Бында  боронғо кәсепкә өйрәнеү түңәрәге лә, ижад емештәренең күргәҙмәһе лә  бар. Һарыҡ йөнөнән  әҙерләнгән кейемдәр,  картиналар һәм сувенирҙар сит ил ҡунаҡтарында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Хәҙер Буранғолдарҙың  ҡул эштәре Германия, Франция, Америка Ҡушма Штаттарында ла һаҡлана.

Кейеҙ йомғаҡҡа йән өрөүе еңел түгел, тәүҙә килешле төҫтәр һайларға, шунан  төҫлө йөндәрҙе энә менән һеңгәнсе сәнскеләп ултырырға кәрәк. Шунан ғына хыялыңдағы сувенирҙы ҡулға алырға мөмкин.  Был эштә  ижади ҡараш та,  түҙемлек тә , оҫталыҡ та  талап ителә. Юғиһә, ҡулды  энә менән  тишкеләп бөтөүең бар.
Буранғолдағы кейеҙ  йорто 2000 йылдар башында асыла. Йәштәргә был боронғо кәсепте яңынан тергеҙеү, заманса технологияларҙы үҙләштереү еңел булмай. Эште  яйға һалыу маҡсатында төрлө семинарҙар, курстар ойошторола, профессиональ рәссамдар ярҙамға килә.  Кейеҙ  серҙәренә балалар ҙа өйрәнергә теләй, әммә  мәктәп ҡаршы төшә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙола.
Киләһе йыл малайҙар өсөн дә түңәрәк асыу ҡаралған. Ә ҡыҙҙарҙың  ижад емештәре күптән республика кимәлендәге конкурстар ҙа еңеү яулай.
Түңәрәктә шөғөлләнеүселәр кейеҙҙән ошондай зауыҡлы кейемдәр ҙә, ҙур композициялар ҙа эшләй. Мәҫәлән, ошо картинала Өфөләге Телеүҙәк сағылыш тапҡан. Өҫтә Салауат Юлаев та күренә, әммә бында һәйкәл түгел, милли геройыбыҙ атта сабып китеп бара. Тема осраҡлы һайланмаған, Буранғолда халыҡ кейеҙ йорто асыуға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ҙур ярҙам күрһәтә.
Бәләкәй синыфтар  күберәк төҫлө йөндәрҙән картиналар, сувенирҙар ижад итһә,  физик көс талап иткән эштәр өлкәнерәктәргә йөкмәтелгән. Мәҫәлән, кейеҙ баҫыу өсөн таһыллыҡ та, маһирлыҡ та кәрәк.  Ҡулдар сабыртып киткән саҡ та була, ти уҡытыусылар.
әбәрсе.  Гүзәл заттарҙа ижади ҡараш, зауыҡ, матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләү бик  мөһим.  Ә иң әһәмиәтлеһе - хеҙмәт тәрбиәһе. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән һымаҡ,  был кәсеп тә ҡыҙҙарға донъя көткәндә ҡамасауламаясаҡ.  Бөгөн  үҙ ҡулдарың менән эшләнгән әйберҙәрҙең ҡиммәте  артҡанда айырыуса.  

Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/o-ta-uldar-a-keye-g-l-y-n-in/

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru