Мар. Сәлим ижады тормошонда тағы бер йыл

Мар. Сәлим ижады тормошонда тағы бер йыл

Өфөлә “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов” тигән биобиблиографик баҫма донъя күрҙе. “Белая река” нәшриәтендә баҫылған йыйынтыҡ “Марсель Сәлимов. Журналист, шағир, яҙыусы-сатирик, йәмәғәт эшмәкәре” китабының дауамы булып тора. Унда сатирик тураһында “Who is Who в России” энциклопедияһы (Швейцария, 2013) һәм В.А. Никеровтың “Кто есть кто: Всемирное издание” биографик белешмәһе (Мәскәү, 2016) нигеҙендә төҙөлгән мәғлүмәттәр тупланған.

Төп бүлек “Әҙәбиәт йылы һәм Мар. Сәлимдең ижади тормошонда тағы ла бер йыл” тип атала. Ваҡиғалар теҙмәһен, рәсми документтар, архив материалдары, Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләргә таянып, филология фәндәре кандидаты Лира Сәлимова төҙөгән.
Бүлеккә күҙ йүгертеп кенә сыҡҡанда ла яҙыусы-сати­рик­тың әүҙем ижади тормош алып барыуын төҫмөрләргә була. Мәҫә­лән, 2015 йылдың 25 майында, Варнала Халыҡ-ара славян шиғриәте фестива­лендә уңышлы сығыш яһаған­дан һуң, ул Болгарияның баш ҡалаһы Софияла ижад кисәһен үткәрә, иртәгәһенә иһә Мәскәүҙә Рәсәй художество академия­һында сығыш яһай. 2016 йылдың 19 апрелендә, Мәскәүҙә “Библио-Глобус” сауҙа йортонда “Президент бесәйе” тигән китабының исем туйын уҙғарып, иртәнсәк Стәрлебаш районына юллана, унда район Мәҙәниәт һара­йын­да юмор һәм сатира кисәһендә, үҙәк район китапханаһында урындағы әҙәбиәтселәр менән осра­шыуҙа сығыш яһай.

Библиографик күрһәткес — яҙыу­сының 2015–2016 йыл­дарҙа баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре һәм китаптарының исемлеге – айырым бүлектәрҙә бирелгән. Һуңғы ике йылда төрлө нәшриәттәрҙә Мар. Сәлимдең башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә һигеҙ китабы донъя күргән. Шиғри, проза, публицистик әҫәрҙәре баш­ҡорт, рус, татар, болгар, грек, итальян, украин, француз, швед, япон тел­дәрендә дөйөм йыйын­тыҡтарҙа баҫылып сыҡ­ҡан. Са­тириктың үҙе­нең тәрже­мәләре баш­ҡорт телендә Мәскәүҙә, Болгарияла һәм Канадала нәшер­ләнгән йыйын­тыҡ­тарҙа баҫыл­ған.
“Әҙәбиәт” бүлегендә Марсель Сәлимовтың ижа­ды тураһында мәҡә­ләләр һәм уның китаптарына рецензиялар исемлеге килтерелә.

Китапты Андрей Бобров, Александр Воробьев, Василий Кузьмин, Ғәзим Талипов, Владимир Федоров, Илшат Шәй­миев, Георгий Шишкин һәм Олег Яровиковтың фото­һүрәттәре биҙәй. Тышлығында – билдәле рәссам, Баш­ҡортос­тандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы һәм Рәссамдар союзы ағзаһы Александр Андреевтың “Пар­настағы юморист” тип аталған дуҫтарса шаржы. Китаптың тиражы – 500 дана. Тиҙҙән яңы баҫма респуб­ликаның ҡала һәм район китапханаларына барып етәсәк.

 Сығанаҡ: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/25253-mar-slim-izhady-tormoshonda-tay-ber-yyl.html

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru