Мәскәүҙә Рудольф Нуриевтың аҙ билдәле тормош осоро хаҡында фильм күрһәттеләр

Мәскәүҙә Рудольф Нуриевтың аҙ билдәле тормош осоро хаҡында фильм күрһәттеләр

Илебеҙҙең баш ҡалаһында Мәскәүҙәге Башҡортостан яҡташтарының тормошо өсөн ҡыҙыҡлы ике сара үтте. «Радио Сити» клубында «Заман» төркөмөнөң тәүге «Пульсом» клибының исеме туйы уҙҙы. Ә Үҙәк кинематографистар йортонда 20 быуаттың бөйөк бейеүсеһе һәм хореографы Рудольф Нуриевтың Төркиә менән бәйле, унда үҙ йорто, үҙ утрауы булыуы хаҡында хыялланған аҙ билдәле тормош осоро тураһында һөйләүсе тулы метражлы документаль фильм күрһәтелде. Ошо таҫма «Аҡ фил-2017» Кино белгестәре һәм кинотәнҡитселәре гильдияһы премияһының махсус бүләгенә лайыҡ булды.

Фильм 2016 йылда төшөрөлгән һәм легендар шәхес – Рудольф Нуриев тормошоноң теге йәки был яҡтарын сираттағы тапҡыр асырға маташыу. Уның ғүмере Башҡортостан менән өҙөлмәҫлек бәйләнгән. Нуриевтың был көнсығыш иленә тартылыуҙың сәбәбе нимәлә? Авторҙарҙың яуабы ябай: бейеүсенең атаһы – башҡорт, әсәһе татар булған, шуға күрә бала саҡтан алып Рудольф Нуриев үҙендә тыуған мосолман мәҙәниәтен туплаған, Төркиәнең рухи донъяһы шунлыҡтан уға яҡын. Ул ошо илгә сит ерҙәрҙән ял итеү, үҙен «өйөндәгеләй» тойорға йылына бер нисә тапҡыр килгән. СССР-ға бейеүсенең юлы ябыҡ була. Фильмға Рудольф Нуриев менән яҡындан аралашҡан кешеләрҙең интервьюлары, шулай уҡ элекке ябыҡ архивтарҙағы видеолар ингән. Кинотаҫма артистың тормошон һуңғы йылдарға ҡәҙәр күҙәтергә мөмкинлек бирә. Фильм хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо сайтта табырға мөмкин.

Үҙәк кинематографистар союзында фильмды күрһәтеүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге активистары ҡатнашты. Бар теләүселәр өсөн асыҡ булған тағы ла бер фильм презентацияһы Рәсәй Федерацияһы Президентының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы илселегендә әҙерләнә. Таҫманы төшөрөүселәр бөйөк яҡташыбыҙ хаҡында уйын картинаһын әҙерләү өҫтөндә эш алып бара һәм республика ярҙамына ҙур ышаныс бағлай.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/969257/

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru