«Керәшен һыуыҡтары-2017» фестивале еңеүселәре асыҡланды

«Керәшен һыуыҡтары-2017» фестивале еңеүселәре асыҡланды

Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары» асыҡ республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы тамамланды. Йолаға әүерелгән сара 23-сө тапҡыр уҙғарылды. Конкурсты ябып гала-концертта еңеүселәрҙең исемдәре асыҡланды.

Фестивалдең гран-приһын Мәскәүҙән 20 йәшлек Екатерина Таран, Өфөнән «Инкес» төркөмө һәм Бөрөнән «Йәйғор» бейеү коллективы яуланы. Еңеүселәр дипломдар, иҫтәлекле һындар һәм аҡсалата бүләктәр менән бүләкләнде. «Эстрада йыры» номинацияһында гран-при яулаусы «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә РФ Президенты премияһын алыуға дәғүә итеүсе сифатында күрһәтелә.

Быйыл конкурста Башҡортостандың ҡала-райондарынан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Когалым һәм Киев ҡалаларынан 88 башҡарыусы һәм коллектив ҡатнаша. Ағымдағы йылда тәүге тапҡыр конкурс географияһы республиканан ситкә сығып бүләк фонды ярайһы уҡ арттырыла: Гран-при – 30 мең, беренсе урын – 15 мең, икенсе – 10 мең һәм өсөнсө урын – 5 мең һум. Бүләк фондын арттырыу маҡсатында ойоштороусыларға саҡырылған «йондоҙҙан» баш тартырға тура килә. Ҡатнашыусылар эстрада музыкаһы, эстрада йыры, рэп-башҡарыусылар, музыка төркөмдәре, эстрада бейеүе номинацияларында ярыша.

Ҡатнашыусыларҙың сығышын билдәле Рәсәй йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Геннадий Родионов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеге мөдире, «Ҡояшҡай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы баш балетмейстеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роберт Ишмаков, композитор, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев составындағы жюри баһалай.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/b

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru