Кем ҡайҙа, ә беҙ музейға

Кем ҡайҙа, ә беҙ музейға

XXI быуат—ул прогресс һәм мәғлүмәти технологиялар быуаты. Ул кешеләргә яңы талаптар ҡуя һәм һәр ваҡыт алға ынтылырға, камиллашырға өндәй. Замандан артта ҡалмайым тиһәң, эшләргә лә, ял итергә лә өлгөрөү зарур. Театрҙарға йөрөргә, тәбиғәт ҡосағында булырға, музейға барырға кәрәк.

Тыуған яҡтың тарихы, үткәне һәм хәҙергеһе һәр кешене ҡыҙыҡһындыра. Сибайҙың тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейы республикабыҙҙа иң яҡшыларҙың береһе булып һанала. Уның фондында 10 меңдән ашыу экспонат тупланған һәм йөкмәткеле экспозиция залдары төҙөлгән.

Музейҙы популярлаштырыу йәһәтенән йыл һайын төрлө ҡыҙыҡлы акциялар ойошторола. Быйыл да  эш кешеләрен музей, үткәндәребеҙ менән таныштырыу һәм ял ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреү маҡсатында «Кем ҡайҙа, ә беҙ—музейға!» тип исемләнгән мәҙәни акция иғлан ителә. Ул февралдән ноябрь айына тиклем дауам итәсәк.

Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 10 кешенән торған  төркөмдәр өсөн музейға инеү хаҡы ғына түләүле, бүләккә—экскурсия һәм дөйөм фото. Беҙҙең ҡалалаштарыбыҙ араһында ла музейҙы күрмәгән кешеләр бар. Сөнки күптәр көндәрен эш урынында үткәрә. Шуға ла был акция коллективтар менән музейға йөрөү маҡсатында ойошторола. Үҙегеҙгә уңайлы ваҡытты һайлап, 5-53-07 телефон һандарына шылтыратып, экскурсияға яҙылырға мөмкин. Беҙҙең адрес: Сибай ҡалаһы, Таусылар проспекты, 45.

Экскурсияға килеүсе коллективтарҙы «Иң берҙәм коллектив», «Иң ҡыҙыҡһыныусан коллектив», «Иң актив коллектив», «Иң йәш коллектив», «Иң күләмле коллектив», «Иң сағыу коллектив» тип исемләнгән номинациялар һәм дипломдар көтә. Акцияның йомғаҡтары социаль селтәрҙә, сайтта һәм гәзит биттәрендә сағылдырыласаҡ.

Барығыҙҙы ла музейҙа көтөп ҡалабыҙ! Ял минуттарын ойошҡанлы һәм файҙалы үткәрергә өйрәнәйек.

Сығанаҡ: http://ataysal.ru/

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru