«Хыялға ҡаршы» Белоретҡа юллана

«Хыялға ҡаршы» Белоретҡа юллана

Театрыбыҙҙың иң популяр сәхнә әҫәренең береһе“Хыялға ҡаршы” спектакле 9 февралдә Белорет районы Инйәр ҡасабыһына юллана. Әйтергә кәрәк, был спектакль алыҫ араларҙы яҡынайтырға әүәҫләнгән.  Иҫегеҙҙәме, ул 2016 йылда Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сәргә» Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: "Иң яҡшы актер ансамбле" һәм "Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр телен эҙләүе өсөн" номинацияларында. Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!..” повесы буйынса Ангиза Ишбулдина тәҡдим иткән инсценировканы режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе. Рәссамы - Альберт Нестеров, композиторы - Илшат Яхин.

Әҙәм балаһы бер ваҡытта ла йәмғиәттән тыш йәшәй алмай. Йәмғиәт тәрбиәләй, йәшәү ҡанундарын билдәләй. Хатта атай-әсәйһеҙ һәм ғаиләһеҙ ҡалған хәлдә - уға яңы ғаилә табып бирә. Тап бына шундай осраҡ тураһында ла инде спектаклдең темаһы. Хөкүмәт тәрбиәһе аҫтына алынып та үҙҙәрен яҡлауһыҙ тойған балалар, уларҙың күңел кисерештәре, яҙмыштары тарафынан ҡыйырһытылыуы һәм барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ хыялдарына тоғро ҡалып, уның артынан барыуҙары тураһында был сәхнә әҫәре.

Ильяс, Фәрит, Саша, Даян, Алина, Динис, Дима, балалар йорто директоры, тәрбиәләнеүселәр, опекундар, тикшереүселәр – был әҫәрҙең геройҙары. Спектаклдә бихисап ролдәр булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы ни бары ете йәш актер уйнай: Артур Кәбиров, Урал Әминов, Ринат Баймырҙин, Фәнис Рәхмәтов, Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Алмаз Йосопов. Спектакль дауамында йәш артистар, әллә нисә төрлө ҡиәфәткә инеп, балалар йортонда йәшәгән тәрбиәләнеүселәр яҙмышын бәйән итә. Спектаклде ҡараусы тамашасылар улар менән бергә йәшәй, шатлана, илай һәм ҡайғыра...

Спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырмай, һуңынан да сәхнә әҫәренең шаңдауы дауам итә – күңелдәргә үтеп ингән һорауҙарға яуапты тамашасы тормоштан эҙләй. Ысынлап та, беҙҙең тормошта уйланыр өсөн урын бар – яҡындарыбыҙға һәм эргә-тирәбеҙҙәге кешеләргә иғтибарлы булайыҡ, шул ваҡыт тормошобоҙ ҙа үҙгәрер – яҡшыраҡ, яҡтыраҡ булыр! Һәм хыялдар ҙа тормошҡа ашырҙар…

Спектакль Инйәр Мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Башлана 19.00 сәғәттә.

Сығанаҡ: http://bash.bashdram.ru/news/xyyal%d2%93a-%d2%a1arshy-beloret%d2%a1a-yullana.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb