Башҡорт шәленә ни етә!

Башҡорт шәленә ни етә!

25 ноябрҙә Ейәнсура районында IX Башҡорт шәленең Асыҡ Республика фестиваль-конкурсы уҙҙы. Быйылғы фестивалдә 85 шәхси оҫта һәм 24 команда ҡатнашты. Стәрлебаш, Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен, Мәләүез, Федоровка, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Бишбүләк, Ейәнсура райондарынан килгән шәл оҫталары менән бер рәттән Йәмилә Рамаҙанова етәкләгән Көйөргәҙе районы командаһы, Мәрйәм Юлдыбаева етәкселегендә «Йәнтөйәк» халыҡ-фольклор ансамбле ағзалары, Илкәнәйҙән Рина Әхтәмова һәм Шәбағыштан Розалия Әхиәрова үҙҙәренең ҡул эштәре оҫталары менән барып ҡайтты. Шулай уҡ Морапталдан Гөлназ Хәмитова, Ҡалтанан Гөлнара Сәйфуллина конкурсҡа үҙҙәренең ҡул эштәрен ебәргән. «Был конкурста йыл да ҡатнашабыҙ. Быйылғы туғыҙынсыһы шәл бәйләүселәрҙең ояһында — Ейәнсурала уҙғарылды. Бында ҡулдан бәйләнгән шәлдәрҙән, күҙҙең яуын алып торған паутинкаларҙан тыш, мамыҡтан бәйләнгән нимә генә юҡ! Дебеттән бәйләнгән колготки, йоҡа ғына жилеттарға тиклем бар. Ул бейәләй, ойоҡтарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Туҡыу станогында шәл һуғыу буйынса һәм башҡа мастер-кластар ҡараныҡ. «Башҡорт шәлен рекламалау ролигы» тигән командалар ижади конкурсында «Башҡорт шәлен иң яҡшы рекламалау өсөн» II дәрәжә лауреат дипломы алып ҡайттыҡ. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы урынбаҫарының: «Ейәнсура райо-нында 59 мең мамыҡ кәзәһе бар», - тигән һүҙҙәре ҡыҙыҡһыныу уятты. Беҙҙең районда ла шәл оҫталары етерлек. «Ә беҙҙә күпме ундай кәзә бар икән?» - тип уйлап ҡуйҙым, хатта», - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Мәрйәм Юлдыбаева. Шәбағыш шәл оҫтаһы Ғилминур Һөйәрембәтова «Юғары оҫталыҡ һәм башҡорт мамыҡ шәле традицияларын үҫтергәне, һаҡлағаны өсөн», Илкәнәйҙең ҡул оҫтаһы Нурзиә Әхтәмова «Башҡорт мамыҡ шәлен үҫтергәне өсөн» номинациялар лауреаты һәм дипломанты исемен яулап ҡайтҡан. Әсә көнөнә арналған конкурста ижади коллективтар үҙҙәренең матур сығыштары менән дә ҡыуандырған. Сығанаҡ: “Юшатыр” гәзите, Розалия Назарова

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb