Башҡорт режиссерының балалар өсөн фильмы Төмәндә кинофестиваль дипломы менән билдәләнде

Башҡорт режиссерының балалар өсөн фильмы Төмәндә кинофестиваль дипломы менән билдәләнде

Төмәндә III «Ноль плюс» халыҡ-ара балалар һәм ғаилә кино фестивале тамамланды. Быйыл ҡыҫҡа метражлы уйын фильмдары конкурсында Башҡортостандан режиссер Роман Пожидаевтың «Урман һуҡмағы» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы ҡатнашты. Эш «Киноәкиәт өсөн» дипломына лайыҡ булды. Фильм режиссерҙың олатаһы — билдәле фронтовик шағир Хәниф Кәримдең хикәйәһе буйынса төшөрөлгән. Фестивалдә ошо фильм менән режиссер үҙе һәм сценарист Зөһрә Бураҡаева ҡатнашты. «Былтыр әлеге сарала «Япраҡ» фильмы күрһәтелһә, быйыл ойоштороусылар «Урман һуҡмағы» кинотаҫмаһын тәҡдим итте. Фильм минең тәҡдимем буйынса төшөрөлгән, унда мин оператор ҙа, режиссер ҙа, тауыш режиссеры ла, һәм, әлбиттә, водитель дә булдым, — ти Роман Пожидаев. — Был фильм Владикавказда үткән «Дирижабль» фестивалендә икенсе урын яуланы, башҡа бәйгеләрҙә лә ҡатнашты. Уның халыҡ-ара фестивалдә лә билдәләнеүенә бик шатмын». Фестивалде ойоштороусыларҙың маҡсаты ҙур — кинопедагогика. Йыл дауамында мәктәптәр менән әүҙем эш алып барыла, түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар ойошторола, фильмдар күрһәтелә. Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb