Башҡортостанда «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» балалар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Башҡортостанда «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» балалар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Туймазы ҡалаһында «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» ("Хоровод дружбы") республика балалар хореография фестивале тамамланды. Унда Башҡортостан, Татарстан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре, Пермь крайының йәш талантлы артистары ҡатнашты. Башҡортостандан Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Ғафури, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәләүез, Мәсетле, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондары, Стәрлетамаҡ һәм Ағиҙел ҡалалары вәкилдәре сығыш яһаны. Конкурс ике йәш категорияһында: 9-12 һәм 13-16 йәштәрҙә уҙҙы.

Фестиваль ойоштороусылары – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте.

Йәш йондоҙҙарҙың талантын һәм оҫталығын Рәсәй театр сәнғәте институтының хореография кафедраһы доценты, Лавровский исемендәге Мәскәү дәүләт хореография училищеһының юғары категориялы уҡытыусыһы Елена Щеголева рәйеслегендәге профессиональ жюри баһаланы. Жюриҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең баш балетмейстеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфиә Тимерғәзиева, Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге етәксеһе, жюри секретары Эльвира Әхмәтйәнова эшләне.

Гала-концертта тәбрикләү телмәре менән республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов сығыш яһаны.

Фестивалдең гала-концерты тамашасыларҙы бейеү номерҙарының үҙенсәлеге менән ҡыуандырҙы. Ҡатнашыусылар башҡорт, эстон, фин, татар, украин, төрөк бейеүҙәрен башҡарҙы. «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» VI республика балалар хореография фестивале һөҙөмтәләре буйынса, кесе йәш төркөмө араһында Гран-приға – Туймазы ҡалаһының «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле, өлкән йәш төркөмөндә Күгәрсен районының «Гөрләүек» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле лайыҡ булды. Шулай уҡ лауреаттар һәм I-III дәрәжә дипломанттары, «Балетмейстерлыҡ эше өсөн», «Артистизм һәм бейеүҙе юғары кимәлдә башҡарыу өсөн», «Милли бейеүгә һәм традицион башҡорт костюмына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт өсөн», «Рус халыҡ бейеүҙәре өлгөләренә һаҡсыл мөнәсәбәт өсөн», «Милли хореографияла сюжет һыҙатын һаҡлап ҡалыу өсөн» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/981356/

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru