Баймаҡ районында “Алтын ҡомартҡы” фестивале тамамланды

Баймаҡ районында “Алтын ҡомартҡы” фестивале  тамамланды

Сит ерҙәрҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул, тиһә лә халыҡ мәҡәле, үҙ тыуған ерендә солтан булырҙай шәхестәребеҙ менән сикһеҙ ғорурлана алабыҙ. Баймаҡ районында старт алған “Алтын ҡомартҡы” эстафетаһы быны тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Был сара районда хазинаға тиң ҡомартҡыларҙы асыҡлау, киләсәккә орлоҡ сәсеү маҡсатында ойошторолғайны. Йыл дауамында ике йүнәлеш буйынса барған эстафетаның береһе уҙған аҙнала Һаҡмар ауылында тамамланды.

Баймаҡ район китапханаһы директоры З.Ф. Ильясова етәкселегендәге баһалама ағзалары К.Ә. Әхмәтова, Ғ.Ә. Фәхретдинова менән берлектә беҙ ҙә һаҡмарҙарҙың сығышын ҡараныҡ. Баймаҡ районының Һаҡмар ауылы китапханасыһы Ғәлиә Мәһәҙиева менән клуб мөдире Рәүилә Бураншина “Алтын ҡомартҡы” фестивален бик тә йәнле итеп алып барҙы. Улар бер нисә йүнәлеш буйынса үҙҙәренең хазинаға тиң күренекле кешеләрен тәҡдим итте.

Шунлыҡтан сара барышында бер хәтирәләргә бирелеп, күңелдәрҙе һағыш сорнаһа, бер дәртле йыр-бейеүҙәргә һоҡланып, күңел күтәренкелеге алдыҡ. – Азамат Яхъя улы Ҡәҙерғоловтың тормош һәм ижад юлы күктә балҡып атылған йондоҙ кеүек кенә булды, – тине уның хаҡында алып барыусылар. – Ләкин ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ул әҙәбиәттә – яҡты эҙ, яҡташтарының йөрәгендә ихтирам, һөйөү ҡалдыра алды. Ауыл эшсәндәренең тормошон сағылдырған “Етем ялан” романы күптәрҙең шәхси китапханаһында һаҡлана.

Азамат Ҡәҙерғоловтың бер туған һеңлеһе Алһыу Ҡәҙерғолова ағаһы хаҡындағы хәтирәләргә бирелде. Яҡташтары үҙҙәренең арҙаҡлы шәхесенең исемен мәңгеләштереү маҡсатында Темәс һәм Һаҡмар ауылдарының бер урамына уның исемен биргән. Азамат Ҡәҙерғоловты был көн һәр кем тик яҡты уйҙар, матур хәтирәләр менән генә иҫкә алды, уның рухына аят бағышланды.

Рәлиә Ямантаева етәкләгән “Ҡояшҡай” балалар бейеү ансамбленең репертуарында бөгөн 60-тан ашыу бейеү бар. Ансамбль район һәм төбәк-ара конкурстарҙа призлы урындар яулап танылыу таба. Уларҙың уңыштарын күргән Һаҡмар ауылы килене, оҙаҡ йылдар БР Мәҙәниәт министрлығында эшләгән Алһыу Рамаҙан ҡыҙы Сирғәлина милли костюмдар бүләк итә.

Һаҡмарҙарҙың тағы ла бер ынйы һымаҡ хазиналары – мәғариф ветераны Фәриҙә Йосоп ҡыҙы Әбсәләмова.` Ул хеҙмәт дәрестәрендә ҡыҙҙарға белем биреп кенә ҡалмай, ә хужабикә булыу серҙәренә лә өйрәтә. Шул маҡсатта “Оҫта ҡулдар” түңәрәге лә асып ебәрә. Сара барышында уның үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бай күргәҙмәһе һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырҙы. Шундай юғары нотала, матур һәм сағыу байрам менән һаҡмарҙар Кино йылына арналған “Алтын ҡомартҡы” фестиваленә нөктә ҡуйҙы. Үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән ихтирам яулаған яҡташтарының эшен күреп һәм баһалай белгән китапханасыларҙың, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренең эше ҙур баһаға лайыҡ.

Сығанаҡ: “Һаҡмар”гәзите, Лилиә Такаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb