Бәләбәйҙә XVI «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестивале старт алды

Бәләбәйҙә XVI «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестивале старт алды

Беренсе этапта, 27 февралгә тиклем, муниципалитет һәм ижади берекмәләр кимәлендә рус, башҡорт, татар йәки сыуаш телдәрендә яҙышҡан иң яҡшы үҙешмәкәр шағирҙар асыҡлана. Әҫәрҙәр «Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзите редакцияһына ебәрелә. Икенсе этапта, 1 марттан 21-нә тиклем, жюри конкурс эштәрен ҡарай һәм дәғүәселәрҙән ете лауреат һәм дипломант билдәләй. Эштәр түбәндәге номинациялар буйынса ҡабул ителә: «Шағир һәм ваҡыт»; «Иртәгәбеҙҙе һаҡларбыҙ» (Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология йылы уңайынан); «Фестивалде асыу»; «Ал елкәндәр» (йәштәр шиғриәте); «Мөхәббәт ул — шундай изге хис » (һөйөү лирикаһы); «Шиғырҙар йондоҙҙар һәм раузалар кеүек үҫә...» (Марина Цветаеваның 125 йыллығына); «Балалар өсөн яҙам»; «Яратырға, өмөтләнергә һәм йәшәргә» (мөмкинлектәре сикле авторҙар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡандар өсөн махсус номинация); «Ул көндәрҙең даны тынмаҫ!» (Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәрҙең батырлығын данлаған авторҙар өсөн махсус номинация); «Тиҙ үҫешеүсе биләмә — уңыш биләмәһе!» (Рәсәй моноҡалаларынан хеҙмәт кешеһен һәм тыуған төйәген данлаған шағирҙар өсөн махсус номинация).

Фестивалдең финалы апрель уртаһында уҙа. Бәләбәй социаль-иҡтисади яҡтан тиҙ үҫеүсе биләмә булараҡ еңеүсе шағирҙарҙы ҡабул итә. Программала дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырыу ҡаралған. Ошо ваҡиға айҡанлы «Илһам шишмәләре-2015» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың әҫәрҙәре тупланған «Йәйғор» альманахы донъя күрәсәк.

Йола буйынса, милли әҙәбиәткә ҙур өлөш индергән, данлыҡлы шағир Фәтих Кәримдең ижадын пропагандалаған күренекле әҙәбиәтселәргә, шағирҙарға, ғалимдарға әҙәби премия тапшырыла. Награданы 1999 йылда Бәләбәй районы хакимиәте булдырған. Ошо йылдар эсендә Башҡортостандан, Татарстандан һәм Сыуашстандан 59 кеше Фәтих Кәрим исемендәге премияға лайыҡ булған.

«Илһам шишмәләре-2017» фестивале тураһында положение менән гәзиттең сайтында танышырға мөмкин. Ғаризалар һәм эштәр «Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзите редакцияһында ҡабул ителә. Адресы: 452000, Башҡортостан Республикаһы, Бәләбәй ҡалаһы, Мало-Луговая урамы, 53а. Электрон почта: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра., Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.. Белешмәләр өсөн телефон: (34786) 3-23-02, 3-22-66, 4-23-58, 4-09-25.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/956889/

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru