Бүрәт театрында башҡорт повесы буйынса спекталь сәхнәләштерелә

Бүрәт театрында башҡорт повесы буйынса спекталь сәхнәләштерелә

Бүрәт академия драма театрында башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын ургынууд» спектакленең репетициялары башланды. Ҡуйылыш өҫтөндә эшләү өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма драма режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев саҡырылған.

Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик повесы яҙмыш ҡушыуы буйынса балалар йортона эләккән балалар тураһында. Повесть буйынса инсценировканы драматург Әнгизә Ишбулдина яҙған. Бүрәт теленә Бүрәт Республикаһының атҡаҙанған артисы Дабацу Юндунова тәржемә иткән.

«Ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балалар тураһында тарих бүрәт сәхнәһендә яңыса яңғыраш һәм яңы мәғәнә аласаҡ. Бүрәттәр элек-электән етемһеҙ халыҡ тип иҫәпләнгән, балаларҙы тәрбиәгә алыу йолаһы ҙур ҡаҙаныш булған. Етемде тәрбиәгә алыу тәбиғи һәм абруйлы һаналған, шуға күрә һуңғы йылдарҙа балалар йорттарында бүрәт милләтле балаларҙы күбәйеүе бөтә халыҡ өсөн фажиғә булды», — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат-хеҙмәтендә.

Спектаклдең премьераһы 14-15 апрелгә билдәләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт академия драма театрында «Хыялға ҡаршы» спектакле сәхнәләштерелгәндән һуң Бүрәт театры директоры Эржена Жамбалова Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа театрҙа спектакль ҡуйырға тәҡдим итте. Ул саҡта башҡорт коллективының эше ике махсус премияға лайыҡ булды: 2016 йылдың сентябрендә Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһы Улан-Удэла үткән III «Алтан сэргэ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткән һәм яңы театр телен эҙләгән өсөн» һәм «Иң яҡшы актерҙар ансамбле».

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/975479/

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru