2017 йылда республика Башлығы гранттарын иң сағыу ижади коллективтар аласаҡ

2017 йылда республика Башлығы гранттарын иң сағыу ижади коллективтар аласаҡ

Башҡортостанда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика Башлығы гранттарын иң сағыу ижади проекттар аласаҡ. Төбәк Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уҙған көндәрҙә бойороҡҡа ҡул ҡуйылған.

270-шәр мең һумлыҡ гранттар биш ижади проектҡа бирергә ҡарар ителгән. Милли музей Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыуға аҡса аласаҡ. Милли йәштәр театры Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса аудиокитап сығарасаҡ. Республика халыҡ ижады үҙәге башҡорт халыҡ йырҙары йыйынтығын баҫтырасаҡ. Көйөргәҙе районында Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы үҙенең этнография интерактив күргәҙмәһен ойошторасаҡ. Республика уҡытыу-методика үҙәге йәш таланттар – республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү ойошмалары уҡыусылары һәм студенттарының концертын уҙғара аласаҡ.

90-шар мең һумлыҡ гранттар 25 ижади проектҡа ҡаралған. Дәүләт ярҙамы менән республикала Ҡумыҙ музейы – боронғо милли музыка мәҙәниәте йолаларын тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу, үҫтереү һәм киң танытыу үҙәге асыласаҡ; ғәҙәти йәйәнән атыу буйынса «Мәргән уҡсы» республика фестивале ойоштороласаҡ; «Башҡортостан Республикаһының китап ҡомартҡылары» электрон порталы һәм «Кем беҙ? Сығышыбыҙ менән ҡайҙан?» Белорет районы ауылдарының тарихы буйынса интерактив карта барлыҡҡа киләсәк. Рәсәй Федерацияһының Япония Илселегендә Башҡорт дәүләт филармонияһы «Орлан» этно-джаз ансамбленең «Башҡортостан илселәре» концерт программаһы видеопрезентацияһы күҙалланған. «Ниндәй йыр ти, баянһыҙ!» республика ҡушылып уйнаусылар сәнғәте фестивале уҙасаҡ.

Бойороҡтоң тулы тексы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында баҫылған.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/957624/

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru