Өфөлә «Урал батыр» нәфис фильмында төп ролгә кастинг иғлан ителгән

Өфөлә «Урал батыр» нәфис фильмында төп ролгә кастинг иғлан ителгән

Өфөлә «Урал батыр» тулы метражлы нәфис фильмында төп һәм башҡа ролдәргә кастинг иғлан ителгән. Ҡатнашыусылар 18-25 йәштә булырға тейеш, башҡорт телен белеү мотлаҡ. Кастинг 18 мартта көндөҙгө сәғәт 2-лә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа.

«Урал батыр» нәфис фильмы быйыл башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса төшөрөлә. Сюжеттың нигеҙен Урал батырҙың кешеләрҙең именлеге өсөн героик көрәше тәшкил итә. Эпоста ваҡиғалар фантастик донъяла бара, унда ябай кешегә хас булмаған һәләткә эйә геройҙар бөйөк йәки насар ғәмәлдәр ҡыла.

«Фильмда изгелек һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем, үлемһеҙлек темалары төп урынды биләй. Эпостың төп темалары бөгөн дә актуаль. Фильм мөһим йәмәғәтселек, әхлаҡи һәм фәлсәфәүи темаларҙы күтәрә. Уларҙы асыу өсөн кино индустрияһының яңы саралары файҙаланыла», — тип һөйләне фильмдың авторы һәм продюсеры Гәүһәр Батталова.

Фильмды төшөрөү өсөн махсус рәүештә үҙенсәлекле кейемдәр тегеү, декорациялар — ер аҫты һәм һыу аҫты батшалыҡтарын ҡороу ҡаралған. Һуңынан улар республика музей залдары фондын тулыландырасаҡ. Кинотаҫма күбеһенсә Бөрйән районындағы Йылҡысыҡҡан күлендә, Шүлгәнташ мәмерйәһендә төшөрөлә. Фильмда башҡорт халыҡ уйындарын, йолаларын күрһәтеү күҙаллана. Кинотаҫма өсөн махсус рәүештә яңы бейеүҙәр ҡуйыла, яңы йырҙар ижад ителә башлаған.

Проект башҡорт телендә рус телендәге субтитрҙар менән эшләнә. Премьера 2018 йылға билдәләнгән. Уны бойомға ашырыу өсөн Башҡортостан Башлығының 13,5 миллион һумлыҡ гранты бүленгән.

Проекттың төп бурыстары: башҡорт халҡының уникаль «Урал батыр» эпосын популярлаштырыу, тамашасыларҙы боронғо башҡорттарҙың тормошо һәм көнкүреше менән таныштырыу, республика халҡының мәҙәни кимәлен күтәреү, «Урал батыр» эпосын халыҡ-ара кимәлгә сығарыу, нәфис фильмды инглиз теленә тәржемә итеү.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/966439/

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

 


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru