«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестиваленең программаһы иғлан ителде

«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестиваленең программаһы иғлан ителде

24 – 27 августта Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» IV Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале үтә. Фестивалдең асыу тантанаһы 24 августта «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында уҙа.

Билдәлйбеҙ, быйыл беренсе тапҡыр конкурс программаһында социаль һәм мотивация номинациялар өҫтәп ҡуйылды.

Конкурстан тыш программала һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән Башҡортостандың уйын һәм анимация ҡыҫҡа метражлы фильмдары, шулай уҡ, Рәсәй һәм сит илдәрҙең документаль картиналары, башҡорт киноһына нигеҙ һалыусы Әмир Абдразаҡовтың фильмдары күрһәтелә. Шулай уҡ кино сәнғәте буйынса күренекле эшмәкәрҙәр менән осрашыуҙар, «Түңәрәк өҫтәлдәр», күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Әйткәндәй, быйылғы «Көмөш Аҡбуҙат»та 48 фильм ҡатнаша. Жюри ағзаһы – танылған театр һәм кино актеры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Сергей Шакуров.

Фестивалгә инеү ирекле.

Фотола – фестивалдең программаһы.

Сығанаҡ: Объявлена конкурсная программа IV Международного кинофестиваля «Серебряный Акбузат»

 

«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестиваленең программаһы иғлан ителде
«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестиваленең программаһы иғлан ителде
«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестиваленең программаһы иғлан ителде
«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестиваленең программаһы иғлан ителде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb