"Облака" заманса сәнғәт үҙәгендә "Ренессанс - даһиҙар дәүере" тип исемләнгән мультимедиялы күргәҙмә асылды

"Облака" заманса сәнғәт үҙәгендә "Ренессанс - даһиҙар дәүере" тип исемләнгән мультимедиялы күргәҙмә асылды

Күптән түгел Өфө ҡалаһының "Облака" заманса сәнғәт үҙәгендә "Ренессанс - даһиҙар дәүере" тип исемләнгән мультимедиялы күргәҙмә асылды.

Видеояҙмала тиҫтәнән ашыу билдәле рәссамдарҙың: Рафаэль, Микеланджело, Тициан, Леонардо да Винчи аҫыл картиналары менән танышып була.

Күргәҙмәнең заманса технологиялар ҡулланып ойошторолоуын баш ҡала халҡы юғары баһаланы.

Фильмда Яңырыу дәүере оҫталарының мираҫы, рәсем сәнғәте үҫеше хаҡында һүҙ бара. Сағыу картина 15се - 19-сы быуаттарҙа билдәле композиторҙар тарафынан яҙылған классик музыка менән байытылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb