Нәсүр Йөрөшбаевтың “Сена өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы Төркиәлә беренсе урын яулаған

Нәсүр Йөрөшбаевтың “Сена өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы Төркиәлә беренсе урын яулаған

Билдәле режиссер Нәсүр Йөрөшбаевтың “Сена өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы Төркиәлә беренсе урын яулаған.

Үҙе яҙған  сценарийы буйынса төшөргән “Нигеҙ йорт” исемле фильмы Аланьяла үткән халыҡ-ара “Беҙ бергә” кинофести­валендә “Иң шәп актер роле өсөн” номинацияһында беренсе урын яулаған.

Кино Туймазы районының Темәнәк ауылында төшөрөлгән, ролдәрҙе Туймазы драма театрынан Башҡортос­тандың халыҡ артистары Римма Ключарева менән Алик Зайлалов башҡара.

 Италия, Франция фильмдарын артта ҡалдырып, был ҡыҫҡа метражлы әҫәрҙең геройҙары баһалама ағзаларын үҙҙәренең оҫталығы менән әсир иткән.
Кинофестивалде ойоштороу­сылар – Урыҫ мәҙәниәте ассо­циацияһы, “Lion Productions” кинокомпанияһы.
Киноны төшөрөргә Татар­с­тандың Мәҙәниәт министрлығы аҡса бүлгән. Бөгөн Нәсүр ошо ҡыуаныслы хәбәрҙәре һәм яңы фильмдар төшөрөү идеяһы менән Башҡортостанға килде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb