Күптән түгел Ғафури районы Сәйетбаба ауылында танылған археолог, академик Нияз Мәжитовтың хәтер кисәһе үтте. Сарала ғалимдың замандаштары, яҡташтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, академиктың ҡыҙы Әлфиә Солтанова ҡатнашты. Быйыл Нияз Мәжитовтың тыуыуына 85 йыл тула. Ғалим Көньяҡ Уралда урта быуаттарҙағы үҙенсәлекте археологик ҡомартҡыларҙы таба һәм тикшерә, ул шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара.
Хәтер кисәһе алдынан ҡунаҡтар ғалимдың тыуған ауылы - Туҡайҙа булды, артабан Сәйетбабаға килде. Бында ауыл мәҙәниәт йортонда күргәҙмә ойошторолдо, Нияз Мәжитовтың шәжәрә ағасы тәҡдим ителде. Сәхнәлә ауыл һәүәҫкәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында концерт ҡуйылды. Ғалимдың исемен мәңгелләштереү
йәһәтенән уның исемендәге премия булдырырға тәҡдим ителде.
Нияз Мәжитовтың хәтер кисәләре артабан Ғафури районының башҡа ауылдарында, Өфөлә дауам итәсәк.