Нефтекамала «Ҡайт ауаз» татар эстрада төркөмөнөң концерттары үтте

Нефтекамала «Ҡайт ауаз» татар эстрада төркөмөнөң концерттары үтте

15-16 октябрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһында шаулап-гөрләп «Ҡайт ауаз» татар эстрада төркөмөнөң “Алтын көҙ моңдары”, тип исҽмләнгән концерттары үтте.

Татар эстрада төркөмөнөң артистары: БР-ҙың атҡаҙанған артисы Р.Ғәбделйәнов, С.Ғәфүрйәнова, Ф.Сәхибгәрәев, Р.Йәнбирҙина, А.Әмиров, А.Шамукова, Н.Ниғәмәев, Р.Исламова килгән тамашасыға үҙҙәренең иң матур, дәртле, күңелле йырҙарын бүләк иттеләр. Сағыу тамашала: ҡурайҙа - И.Исҡужин, балалайкала - И.Гәрәев, баянда - И.Ғарипов өҙҙөрөп уйнанылар.

Нефтекама дәүләт филармонияһының йөҙөк ҡашы булған «Түңгәүер» бейеү ансамбле һәр ваҡыттағыса тейешле кимәлдә, күҙ яуын алып торған кейемдәр менән матур сығыш яһаны. «Ҡайт ауаз» төркөмө артисткаһы С.Ғәфүрйәнова концерт программаһын көҙ темаһына бәйләп, йәнле итеп алып барҙы.

Бай йөкмәткеле, сағыу концерт программаһы тамашасыларҙың йөрәктәренә хуш килде. Нефтекама халҡы “Ҡайт ауаз” төркөмөнөң һәр артисына көслө алҡыштар бүләк итеп, саранан бик ҡәнәғәт ҡалды.

Нефтекамала «Ҡайт ауаз» татар эстрада төркөмөнөң концерттары үтте
Нефтекамала «Ҡайт ауаз» татар эстрада төркөмөнөң концерттары үтте
Нефтекамала «Ҡайт ауаз» татар эстрада төркөмөнөң концерттары үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb