4 майҙа Нефтекама дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтовтың «Атайҙарыбыҙҙың йырҙары» исемле концерты үтә. Байрам программаһы Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына бағышланған.
- Концерт программаһына совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы тураһында, тыуған иленә, тыуған ергә, уның героик тарихына ысын һөйөү менән һуғарылған патриотик композициялар ингән. Программа тамашасыларға байрамдың илһөйәрлек мөхитенә сумырға, Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тойорға мөмкинлек бирәсәк, - тип һөйләне Илгиз Миңлеәхмәтов.
Тамашасылар совет композиторҙарының әҫәрҙәрен, бөгөн өлкән быуын ғына түгел, йәштәр ҙә яратып йырлаған композицияларҙы ишетәсәк.