Башҡортостандың йәш йырсы Наҙгөл Отузова «Бөтә тауышҡа» федераль шоуында еңеү яуланы

Башҡортостандың йәш йырсы Наҙгөл Отузова «Бөтә тауышҡа» федераль шоуында еңеү яуланы

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интрнет-порталы редакцияһы яҡташыбыҙҙы Наҙгөл Отузованы ҡотларға ашыға. 12 июндә Мәскәүҙә Башҡортостандың йәш йондоҙо – Наҙгөл, «Бөтә тауышҡа» телевизион проектының абсолют еңеүсеһе булды.

«Тауыш.Балалар» федераль проектында ҡатнашыусы, бик күп йыр конкурстары еңеүсеһе, Янғантауҙан йәш йырсы ун финалсы иҫәбенә инде. Наҙгөл «Фәрештәләр» тигән йырҙы башҡарып, беренсе урынға сыҡты һәм Рәсәй исеменән сығыш яһаған команда составында «Бөтә тауышҡа» халыҡ-ара музыкаль телевизион конкурсында ҡатнашыуға юллама алды.

«Был конкурс үҙенең дуҫтарса мөхите һәм һөнәрилеге менән бик оҡшаны. Жюри, балалар һәм бөтә команда теләһә ниндәй минутта һиңә ярҙам килергә әҙер ине. Мин ошондай проектта ҡатнашыуым менән бәхетлемен», – тине йәш йырсы.

Конкурстың финалы RU.TV телеканалы эфирында уҙҙы. Конкурсанттарҙы тыңлауҙа һәм еңеүсене һайлап алыуҙа профессиональ жюри эшләне, уның составына йырсы һәм алып барыусы Родион Газманов, йырсы Альбина Джанабаева, RU.TV телеканалының генераль продюсеры Михаил Богомолов һәм «Бөтә тауышҡа» конкурсының генераль продюсеры Лина Арифуллина инде.

Бөгөн, 14 июндә, федераль шоу еңеүсеһе Наҙгөл «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә сығыш яһай.    

Сығанаҡ:https://kulturarb.ru/ru/news/nazgul-otuzova-iz-bashkortostana-pobedila-v-federalnom-shou-vo-ves-golos  

Башҡортостандың йәш йырсы Наҙгөл Отузова «Бөтә тауышҡа» федераль шоуында еңеү яуланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb