Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөнә арналған флеш-моб үтә

Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөнә арналған флеш-моб үтә

 Мәжит Ғафуриға "Башҡортостандың халыҡ шағиры" исемен бирелеүҙең 100 йыллығы йылында (1923-2023) Мәжит Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды 24 июлдән 1 авгусҡа тиклем Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөнә ҡарата флеш-моб иғлан итә.

1 августа - йомғаҡ яһау. Китапханалар, музейҙар, башҡа мәҙәниәт учреждениелары һәм Мәжит Ғафури ижадын һөйөүселәр ҡатнаша ала.

Шарттар: китапханаларға, музейҙарға, башҡа мәҙәниәт учреждениеларына Мәжит Ғафуриҙың китаптары һәм башҡа материалдар күргәҙмәһен ойошторорға, әҫәрҙән шиғыр йәки өҙөктө матур итеп уҡырға кәрәк. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының ижадын һөйөүселәр Мәжит Ғафуриҙың китабы буйынса прозанан өҙөк йәки Мәжит Ғафуриға арналған шиғыр уҡый ала.

Иң яҡшы ҡатнашыусыларға бүләктәр - Мәжит Ғафуриҙың китаптары тапшырыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb