Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында матур сара ойошторолдо

Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында матур сара ойошторолдо

Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 143 йыл һәм яҙыусыға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүгә 100 йыл тулыуға, шулай уҡ Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейы асылыуының 75 йыллығы уңайынан матур әҙәби сара уҙғарылды. Унда яҙыусылар, әҙәбиәт белгестәре менән бергә яҙыусының ижадын яҡын күргән әҙәбиәт һөйөүселәр ҙә килде.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте был сарала үҙенең баҫма продукцияһын тәҡдим итте.
Флүр Сибәғәтов авторлығында нәшер ителгән "Мәжит Ғафури. Шағирҙың ижадына яңы ҡараш" һәм Мәжит Ғафуриҙың "Фәҡирлектә үткән тереклек" тип аталған сәсмә әҫәрҙәр йыйынтығы айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb