Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында "Фольклориаданы ҡаршылап..." тигән күргәҙмә эшләй

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында "Фольклориаданы ҡаршылап..." тигән күргәҙмә  эшләй

БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында "Фольклориаданы ҡаршылап..." тигән күргәҙмә асылды.

Унда Өфө ҡалаһында ғына түгел, тотош республикабыҙҙа билдәле булған оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың биҙәү сәнғәтенә ҡараған бихисап ҡул эштәре ҡуйылған. Күргәҙмәнең тап ошо темаға арналыуы һис тә осраҡлы түгел, сөнки, билдәле булыуынса, 2020 йылда баш ҡалабыҙ Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Фольклориадаға 60-80 илдән бик күп ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Фольклорҙың биҙәү сәнғәтен тәшкил иткән кәсеп-һөнәр әйберҙәре, уның музыка, хореография, ауыҙ-тел ижадына ҡараған төрҙәре һымаҡ уҡ, был грандиоз сараның үҙәгендә буласаҡ.

Күргәҙмәлә  ҡул эше оҫталары итеп танытҡан Альбина Исхакова, Миңлегөл Килмәкова һәм Рима Абакованың ҡашмау-селтәрҙәре, таҫмалар менән эшләгән картиналары, Ләлә Камалетдинованың башҡорт темаһына балсыҡтан яһаған сувенирҙары, Рәлиә Йәһүҙинаның ырғаҡ менән бәйләп, шулай уҡ полимер балсыҡтан эшләгән биҙәнеү әйберҙәре, Фәүзәнә Аҡманованың селтәрҙәре, ҡорамалары, Әнүзә Йомағолованың мәрйендән сиккән картиналары, Рәйзә Әхмәтрәхимованың түшелдерек, һуғып эшләнгән япмалары, Рәлиә Аратованың сәйлән менән эшләгән жгут-биҙәүестәре, Әлиә Батраева әҙерләгән тәңкәле алҡа-беләҙектәр тәҡдим ителгән.

Күргәҙмә июнь аҙағына тиклем эшләйәсәк.
Музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 28/1
Белешмәләр өсөн телефон: 272-65-65

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb