Мәжит Ғафуриға арналған шиғыр бәйгеһе иғлан ителде

Мәжит Ғафуриға арналған шиғыр бәйгеһе иғлан ителде

Август башында Башҡортостандың беренсе  халыҡ шағиры , Ғафури районына  исем биргән күренекле шәхес Мәжит Ғафуриҙең тыуған көнө билдәләнә.

Ошо айҡанлы “Табын” район гәзите һәм Сәсәндәр мәктәбе менән берлектә Мәжит Ғафуриға арналған шиғыр конкурсы иғлан итә.

Шиғыр 40 юлдан (ғәҙәти 4 юллыҡ 5 куплет) артмаҫҡа тейеш. Бәйге шарттары буйынса өлкәндәр һәм уҡыусылар айырым баһалана.Уҡыусылар ижады бигерәк тә хуплана. Һәйбәт тип табылған шиғырҙар “Табын” гәзитенең Мәжит Ғафуриҙең тыуған көнөнә арналған махсус битендә донъя күрәсәк.

Шулай уҡ интернетта,  Сәсән тауышы төркөмөндә һәр шиғыр тәҡди м ителәсәк.

Еңеүселәр  Мәжит Ғафуриҙең тыуған көнөндә шағир һәйкәле янында бүләкләнәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb