Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейында күренекле шағир Хисмәт Юлдашев менән осрашыу уҙғарыла

Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейында күренекле шағир Хисмәт Юлдашев менән осрашыу уҙғарыла

Бөгөн- 25 апрель, Мәжит Ғафури музейының тамаша залында (Гоголя 26) шағир, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Хисмәт Юлдашев менән осрашыу уҙғарыла. "Тәрбиә. Ғаилә. Рух" темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ. Башлана 18.00. Инеү ирекле.

Юлдашев Хисмәтулла Хәсән улы 1957 йылдың 1 апрелендә хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһе Амангилде районы Өрпәк ауылында тыуған. Балалыҡ һәм үҫмер йылдары Ырымбур өлкәһе Александров районы Иҫәнгилде ауылында үтә. Ошонда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Күрше ауыл Карл Маркста урта мәктәп бөтөрә. Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында юғары белем ала. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Шиғырҙары рус, төрөк, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

1984 йыл — Мәскәүҙә М Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1984—1987 йылдар — Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәби мөхәррир булып эшләй. 1987—1988 йылдар — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында мөхәррир, баш мөхәррир, әҙәби тапшырыуҙарҙың баш мөхәррире, «Ижад» ижад берекмәһенең етәксеһе була.

1998—1999 йылдар — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында директорҙың репертуар һәм реклама буйынса урынбаҫары. 1999—2002 йылдар — Өфө Быраулау эштәре идаралығында (Көнбайыш Себер) эшләй.

2002—2005 йылдар — «Ағиҙел» журналының публицистика бүлеге мөдире. 2005—2006 йылдар — М. Ғафуриҙың йорт-музейы директоры. 2006 йылдан алып әлегәсә — «Өфөнефть» НГДУ-һының «Башнефть-Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә технологик насостар һәм компрессорҙар машинисы (Көнбайыш Себер).

Автор уҡыусыларға “Көмөш йүгән”, “Убаларҙа — ҡылған”, “Сәнскеле йондоҙ”, “Себер еле”, “Һуҡмаҡ” китаптары аша таныш.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb