Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры реконструкциялана

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры реконструкциялана

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры реконструкциялана. Яңыртыу эштәре 2019 йылда театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына уҙғарыла. Был дата шулай уҡ Республиканың 100 йыллығын һәм башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллығын байрам итеү менән тап килә.

Ремонт эштәре 2018 йылдың сентябрендә башлана һәм 2019 йылдың апреленә тиклем бара. Ҙур залда тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдарын, ултырғыстарҙы алмаштырыу күҙаллана. Кесе зал да йүнәтеләсәк. Косметик ремонт бинаның тышҡы яғына ла ҡағыласаҡ.

Ремонт барышында спектаклдәр Опера һәм балет театрының кесе залында үтәсәк, Рус драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb