Мәскәүҙән – Вьетнамға: Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ансамбленең сығыштары

Мәскәүҙән – Вьетнамға: Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ансамбленең сығыштары

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙең Кремль һарайында сығыш яһаны. Ижади коллектив Людмила Зыкинаның тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһендә ҡатнашты.

Рәсәйҙең баш ҡалаһының тамашасыларына башҡорт ансамбле 1939 йылда легендар балетмейстр тарафынан ҡуйылған «Зарифа» бейеүен тәҡдим итте. Концертта улар менән бер сәхнәлә илдең билдәле эстрада йырсылары һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны.

Мәскәүҙән һуң ғәскәровсылар тура Вьетнамға юлланды. Ансамблдең 80 йыллығына арналған гастролдәр көнсығыш илдә аҙна-ун көнгә иҫәпләнгән. Тамашасы иғтибарына башҡорт хореографияһының «алтын фонды»на ингән бейеү өлгөләре тәҡдим ителә.

Тулыраҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/ansambl-im-f-gaskarova-pribyl-s-gastrolyami-v-stolicu-vetnama 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb